Дәррәү таштимерҙәр ике ай эсендә байтаҡ аҡса тупланы. Һәм 31 октябрь көнө ауылда хоккей майҙансығын төҙөү буйынса өмә үтте. Беренсе өмәлә бетон менән нығытылған тимер бағаналар буйына профиль торбаларын иретеп-йәбештереү эштәре башҡарылды. Ял көнөндә үҙҙәренең ваҡыттарын йәлләмәй, тыуған ауылдары өсөн янып йөрөүсе ир-егеттәргә афарин, тип әйтке килә. Һеҙҙең эш башҡаларға өлгө булырлыҡ!