Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2020, 14:57

Стәрлетамаҡ төндә лә балҡып ултырасаҡ

Ҡала урамдарында яҡтыртҡыстар алмаштырылды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте бер нисә йыл дауамында ресурстарҙы экономиялы файҙаланыу буйынса планлы эш алып бара. Шуға бәйле урамдарҙағы яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу өсөн предприятиеларға конкурс иғлан ителгән. Уның маҡсаты – ҡаланы яҡтыртыу сифатын яҡшыртыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу, электр энергияһына сығымды кәметеү, селтәрҙәрҙе хеҙмәтләндереүҙе ҡулайлаштырыу. Конкурста Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы еңеп сыҡҡан.
Әлеге ваҡытта ойошма Стәрлетамаҡ урамдарындағы 16 мең натрийлы яҡтыртҡысты диодлыға алмаштырған. Лампалар юл селтәрендә лә, ихаталарҙа ла ҡуйылған. Яңы яҡтырҡыстарға ете йылға гарантия бирелә. Башҡортостандың энергия һатыу ойошмаһы етәксеһе Андрей Травкин әйтеүенсә, улар өсөн был килешеү бик уникаль булған, сөнки компания беренсе тапҡыр шундай күләмле эш башҡарған.
Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов та эште бик юғары баһалай:
- Беҙ әлеге проектты энергия ҡулланыуҙы һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирҙе, тип әле үк әйтә алабыҙ. 6 ай һөҙөмтәләре буйынса ҡулланылған энергия айырмаһы, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 300 мең кВт тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта ул барлыҡ талаптарға тулыһынса тап килә. Ҡала халҡы ла бик ҡәнәғәт.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас