Роспотребнадзор идаралығының белгестәре хәбәр итеүенсә, сәтләүектәрҙе күп итеп ашау һаулыҡҡа зыян килтереүе бар. Айырыуса кешью, эрбет (кедр) сәтләүеге, баҙам (миндаль), урман сәтләүеге (фундук) кеүектәрҙе һаҡ ашарға кәрәк. Белгестәрҙең фекеренсә, уларҙы аҙнаһына өс тапҡыр аҙ-аҙ ғына порция менән генә ашарға мөмкин. Юғиһә организмда аминокислоталар дисбалансы, аллергия барлыҡҡа килеүе ихтимал.