Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2020, 14:30

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә саралар онлайнда уҙасаҡ

4 ноябрҙә бар Рәсәй Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйәсәк. Быйыл уның саралары онлайн режимында уҙасаҡ - шуның менән илебеҙ халҡы бығаса булмағанса төрлө флешмобтарҙа, челлендждарҙа берләшәсәк. Шуның менән байрамдың исеме есеменә тура киләсәк. Саралар теҙмәһе менән сайтта танышығыҙ.

3 ноябрҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары "Сәнғәт берләштерә" девизы аҫтында онлайнда "Сәнғәт төнө" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыласаҡ. Театрҙар, филармониялар, китапханалар һәм музейҙар тура тапшырыу, онлайн-концерт, виртуаль экскурсия, оҫталыҡ дәресе кеүек саралар уҙғарасаҡ. Тулы исемлек БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында бирелгән: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/316507/

3-8 ноябрҙә байрамға арнап, www.miretno.ru сайтында онлайнда "Ҙур этнографик диктант" V юбилей халыҡ-ара белем биреү акцияһы ойоштороласаҡ.

4 ноябрҙә Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Тик-ток" социаль селтәрендә #Танцуютвсе бөтә ил флешмобына ҡушыласаҡ. 2-4 ноябрҙә #ВкуснонациональноБашкортостан, Сильныеединые акциялары үтәсәк.

2-4 ноябрҙә Башҡортостандың популяр артистары, төрлө милләтле блогерҙары М.Кәримдең "Рус түгелмен, ләкин россиянмын" шиғырын уҡып ишеттереп, социаль селтәрҙәрҙә күрһәтәсәк.

БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге менән М,Аҡмулла исемендәге БДПУ, "Рәсәй - минең тарихым" тарих паркы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап онлайнда "түңәрәк өҫтәл" үткәрәсәк.

Фото: Т.Аманов

Читайте нас