БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдереүҙәренсә, 1,5 мең туристик билдә, күрһәткес булырға тейеш. Радий Хәбиров эште бер аҙнала тамамларға ҡушты. Әле беҙҙә 685 - билдә, 877 юл күрһәткесе урынлаштырылған. Төбәк әһәмиәтендәгеләре лә күп.
Барлығы ошо эшкә ҡаҙнанан 43,07 миллион һум аҡса бүленгән. Билдәләр рус һәм инглиз телдәрендә күрһәтелгән. Республика юлдарында һәм "Янғантау", "Торатау" геопарктарына яҙыуҙарға башҡортсаһын да өҫтәргә кәрәк.