Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2020, 10:53

Баҡалы танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе

“Башҡорт ихаталары” ярҙамында сираттағы ҡасаба төҙөкләндерелде.

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса “Башҡорт ихаталары” программаһы төҙөлгәйне. Уның маҡсаты – республика йәшәүселәре өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу. Ошо көндәрҙә программа ярҙамында Баҡалы ҡасабаһының ихаталары төҙөкләндерелде. Бик күп йылдаh элек төҙөлгән ҡара-һоро йорттар, ярым емерек гараждар һәм келәттәр – хәҙер былар барыһы ла урындағы халыҡтың хәтирәләрендә генә ҡалды.

Баҡалы ҡасабаһы “Башҡорт ихаталары” программаһының быйылғы ҡатнашыусыларының береһе, әлеге ваҡытта унда йәшәүселәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, 13 мең квадрат метрҙан ашыу биләмә төҙөкләндерелгән. Атап әйткәндә, ихаталарға асфаль түшәлгән, күп ҡатлы йорттар янында балалар майҙансыҡтары, уңайлы парковкалар, тротуарҙар төҙөлгән, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. Проекттың дөйөм хаҡы - 22 миллион һум.

Шулай уҡ проектҡа 36 ҡатлы йорт та инеп китә, ул йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыла. Яңы фатирҙарға авария хәлендәге йорттарҙан 50 кеше күсереләсәк, 7-һе етем ҡалған сабыйҙарға биреләсәк. Тағы бер торлаҡ ауыр сирле ғәрипкә тәғәйенләнгән.
“Башҡорт ихаталары” республика йәшәүселәренең тормошон яҡшыртырға әҙер, халыҡтың үҙенән дә тәҡдимдәр ҡабул ителә. Проблемаларҙы әүҙемлек менән хәл итергә мөмкин.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас