Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2020, 16:38

Талантлы саксофонист

Октябрҙә "Балалар - балаларға" Халыҡ-ара классик музыка фестивале үтте.

"Мәҙәниәт" милли проектының "Ижади кешеләр" федераль һәм төбәк проекттары сиктәрендә ойошторолған сарала төрлө илдәрҙең педагогтары ике аҙна дауамында йәш таланттар менән шөғөлләнде.
Фестивалгә эләгер өсөн республикабыҙҙың музыкаль белем биреү учреждениеларында уҡыған балалар алты йүнәлеш буйынса конкурс һайлауын үтте: вокал, фортепиано, скрипка, баян, флейта, саксофон.
Учалы районынан был сарала саксофонист Искәндәр Ҡәҙерғолов ҡатнашты.
Ул 1-се һанлы балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы. Уҡытыусыһы - Ҡунаҡҡужин Фәрит Нурғәли улы.
Искәндәр менән халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Гнесиндар ис. дәүләт музыка колледжының һуҡма һым тынлы музыка ҡоралдары оркестры бүлеге етәксеһе Леонид Борисович Друтин шөғөлләнде.
Леонид Борисовичтың тәҡдиме буйынса, Искәндәр башҡарыуындағы Д.Шостаковичтың «Романс»ы менән Дж. Гершвиндың «Тактҡа һуҡ» әҫәрҙәренең видеояҙмаһы В.Спиваков исемендәге фонд сайтына һалынасаҡ.
Фестивалдең һуңғы этабында оҫталыҡ дәрестәрен үткән уҡыусылар менән саҡырылған музыканттарҙың концертының онлайн-трансляцияһы ойошторола.
Фестивалдең иң сағыу йондоҙсоҡтары 17 ноябрҙә "Башҡортостан" концерт залында БР Милли симфоник оркестры менән бергә гала-концертта сығыш яһаясаҡ.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.
Читайте нас