Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2020, 09:27

Сибайҙа ялған араҡы етештереүсе ике цех юҡ ителгән

Мең литр йәшерен һатылған араҡы тартып алынған.

Башҡортостанда легаль булмаған хәмер менән көрәшеү рейдтары дауам итә. Сибайҙа 9 ай эсендә ялған араҡы етештергән 2 цех юҡ ителгән, законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатҡан 120 сауҙа нөктәһе асыҡланған. Уларҙың 26-һына енәйәт эше асылған. Дөйөм тартып алынған иҫерткес тауарҙарҙың күләме 1100 литрҙан ашып китә. Нелегаль алкоголь менән көрәш былтыр Сибайҙа асылған “Һынау үҙәге” ҡатнашлығында үткәрелә.
- Белгестәр иң тәүҙә тауарҙың тышын өйрәнә, махсус федераль келәймәләр һәм акциз тамғалар тикшерелә. Артабан шыйыҡсала ағыулы ҡатнашмаларҙың барлығы асыҡлана. Шулай уҡ тауарҙың еҫе, төҫө, тышҡы билдәләре баһалана. Тикшеренеүҙең һөҙөмтәләре буйынса белгес алкогольдең Федераль закон нигеҙендә Хәүефһеҙлек һәм сифат талаптарына тап килеү йә килмәүе тураһында белешмә бирә, - тип һөйләне “Һынау үҙәге” етәксеһенең урынбаҫары Ольга Ғарифуллина.

Әйткәндәй, законһыҙ рәүештә алкоголь һатыуға ҡаршы ойошторолған саралар кеше үлтереү осраҡтарын кәметеүгә килтергән.
- Бөгөн иҫерек килеш ҡылынған енәйәт осраҡтары 24 процентҡа кәмене, ә үлтереү осраҡтары 80 процентҡа аҙыраҡ тип билдәләнә, - тип асыҡланы Сибай полиция бүлегенең начальнигы Руслан Юнысов.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас