Уның фекеренсә, ер ҡиммәт булған ҡалаға яҡын территориялар һәм райондарҙа төҙөлөш өсөн участкаларҙы хакимиәт башлыҡтары йә уларҙың урынбаҫарҙары аша арзанға ҡулға төшөрөү күренеше артҡайны. Ришүәтселек таралғайны. Хәҙер иһә яңы закон быны эшләргә мөмкинлек бирмәйәсәк.
«Был коррупцион схемаларҙа әүҙемләшкән төҙөлөштө ойоштороусыларға (застройщик) оҡшаманы. Сөнки улар лоббист мөмкинлеген юғалтты. Шуға ла кешеләрҙе яллап, халыҡ ҡаршылығы, тигән булып, законды ҡабул итеүгә ҡаршы ҡултамғалар йыйҙырҙы. Был дөйөм халыҡ протесы түгел, ә ҡайһы бер "интересанттар төркөмө" ойошторған ризаһыҙлыҡ. Радий Хәбиров уларҙың коррупция схемалары емерҙе. Һәм дөрөҫ эшләне лә!» - ти Шамил Вәлиев.