Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2020, 17:30

Ниһайәт, «Куньлунь»де алдырҙылар…

«Салауат Юлаев» хоккейсылары быйылғы миҙгелдә Ҡытай клубы менән өсөнсө тапҡыр осрашып, өсөнсөһөндә генә еңде.

Төп ваҡыт 2:2 иҫәбенә тамамланып, тик өҫтәмә ваҡытта ғына Филипп Ларсен юлаевсылар өсөн еңеү шайбаһын индерә.Шулай уҡ уңышҡа Солодухин менән Хартикайнен да өлгәшә. Ғөмүмән, фин легионеры 13 гол индереп, 11-ндә уға булышлыҡ итә һәм 24 мәрәйе менән чемпионат бомбардирҙары исемлегендә икенсе урынға сығы. «Салауат Юлаев» командаһы ла 31 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында икенсе урынға үрләне.
Киләһе уйындарын өфөләр КХЛ-дағы ҡыҫҡа ғына булған тәнәфестән һуң, ситтә уҙғарасаҡ. Улар ЦСКА, «Динамо» (Мәскәү) һәм СКА клубтары менән сәкәләшәсәк
Фото:ТАСС
Читайте нас