Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2020, 17:14

Муттар ололарҙы алдай

Учалы ҡалаһында йәшәүсе 77 йәшлек ҡатындың фатирынан 6 мең һум аҡсаһын урлағандар.

Пенсионерҙың фатирына көндөҙ ят ир килеп, коммуналь хеҙмәттән газ ҡорамалын тикшерергә килдем, тип алдап, эскә үткән.
Ирекәй хужабикәнең иғтибарын газ плитәһенә йүнәлткән арала, икенсе берәү инеп, фатирҙы тентегән, ахыры.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас