Ҡариҙел һәм Учалы райондарының Үҙәк район китапханалары федераль, Башҡортостан бюджеттарынан 15-әр млн. һум аҡса аласаҡ. Был финанс ярҙамы китап фондын яңыртыуға, мультимедия ҡорамалдарын һатып алыуға, китап уҡыусыларға ҡулайлы, уңайлы мөхит булдырыуға, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға, идара итеүҙең һөҙөмтәле моделдәрен индереүгә тотоноласаҡ.
Бынан тыш, 2021 йылда тағы ла өс муниципаль модель китапхана ойоштороласаҡ. Улар Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында, Күгәрсен районының Мораҡта (Күгәрсен), Саҡмағоштың Иҫке Ҡалмаш ауылында урынлашасаҡ.
Дөйөм алғанда биш моделле китапхана өсөн 60 млн һум күләмендә аҡса бүленгән.
Фото: Министерство культуры Республики Башкортостан