Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2020, 14:08

Ғүмере уның атылған йондоҙҙай

Бөгөн мәшһүр шағир Рәшит Назаровтың тыуған көнө.

Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында тыуған.
1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы (1996) лауреаты.
Рәшит Назаров — башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан таланты әҙип. Шиғриәт донъяһы уны бер мәлгә генә дөрләп янған ялҡынлы ҡосағына ҡыҫа ла, мәңгелеккә бушлыҡ упҡынына ташлай. Ғүмере уның атылған йондоҙҙай.
Читайте нас