Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2020, 09:46

Коронавирус менән сирләүселәр һаны ҡырҡа артты

Һуңғы тәүлектә тағы бер кешенең коронавирустан донъя ҡуйыуы тураһында хәбәр иттеләр. Тулыраҡ:

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 95 кешегә артҡан. Шулай итеп, республикала барлығы 10863 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәте буйынса, барлығы республикала 932 кеше коронавирус менән сирләй.
Үкенескә күрә, тағы бер кеше “тажлы зәхмәттән” донъя ҡуйҙы. Шулай итеп, бөгөнгө көнгә республикала коронавирус 54 кешенең ғүмерен өҙҙө.
Сир тарала башлағандан алып 9877 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 122 кеше – һуңғы тәүлектә.
Фото: pixabay.com
Читайте нас