Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2020, 10:05

Кешеләр ҡайҙа күсенә?

Бөгөн шундай күренеш күҙәтелә: кеше бер төбәктән икенсеһенә әүҙем генә күсенә. Әлбиттә, сит илгә үк сығып китеүселәр ҙә байтаҡ. Беҙ булмаған ерҙә яҡшы, тигән әйтемде ишеткәнегеҙ барҙыр. Һәр кем үҙенә яҡшы ер эҙләп күсенә. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы ана шул миграция масштабын самаларға ярҙам итә.

Эске миграция – илдең бер төбәгенән икенсеһенә күсеү – нисек барыуын беҙ шул йәниҫәп аша беләсәкбеҙ.

Перепись ваҡытында халыҡтан тыуған урыны, йәшәгән ере тураһында һорашалар. Бына шунан беленә лә инде миграция картаһы.

Кемдер алыҫҡа йөрөп эшләй, кемдер – күрше ҡалаға. Иҫәп алыу һөҙөмтәләре билдәле булғас, етәкселәр ҡайҙа күберәк мәктәп, балалар баҡсаһы, торлаҡ төҙөргә, ҡайҙа эш урыны булдырырға, ҡайҙа транспорт сараһын үҫтерергә, тигән һорауҙарға яуап аласаҡ һәм ҡарарҙар ҡабул итәсәк.

Фото: “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу” төркөмөнән (vk.com).

Читайте нас