Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноября 2020, 14:14

Инсультты нисек билдәләргә?

Һүрәттәге билдәләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

Мин был турала яҙырға теләмәгәйнем, әммә оло йәштәге кешеләр кәңәш итте. Үткән шаршамбы университетҡа китеп барам. Вагон шығырым тулы... Телефондан йыр ҡуйып, етеп килгән имтихандар тураһында уйлай-уйлай эргәмдәге кешеләрҙе күҙәтәм. Янымда ике йәш егет тора, арыраҡ бер апай һәм ҙур пальто кейгән оло йәштәге ир тора. Ҡалай насар кейенгән тип, баштан-аяҡ ҡарап сыҡтым. Тағы ла ул миңә иҫерек кеүек тойолдо, сөнки аяғында яҡшылап тора алмай ине. Бөтөнләй баҫа алмай, тиерлек.

Йырымды һүндереп, эргәмдәге егеттәрҙең әңгәмәһенә ҡолаҡ һалдым: "Көн яңы башланып тора, ә ул "һуғып" та өлгөргән", — тип көлөшәләр. Мин дә шулайҙыр тип, наушнигымды кейеп алдым. Шулай ҙа уйландым, шул тиклем эскәс, унан ниндәйҙер еҫ килергә тейеш бит. Бик сәйер. Беҙ вагондан бергә сыҡтыҡ. Ул саҡ-саҡ атлап яҡындағы ағасҡа барып тотондо. Минең оҙаҡламай дәрестәр башланасаҡ бит, хәҙер ул поезд аҫтына ҡолаһа? Йүгереп эргәһенә барҙым да: "Һеҙҙең менән барыһы ла һәйбәтме?" — тип һораным. Ағай кеше ҺҮҘҘӘРҘЕҢ ИЖЕКТӘРЕН БУТАП нимәлер мыңғырҙаны. Мин ҡурҡып киттем. Йөҙөмдәге үҙгәреште күреп, ул да хәүеф менән ҡараны. Күптән түгел интернеттан инсульттың билдәләрен уҡып ултырғайным, ҡапыл иҫемә килеп төштө. Ағайҙан йылмайыуын һораным, ә ул аптырап күҙҙәремә ҡарай. Йәһәтләп үтенә башланым: "Йә инде, йылмайығыҙ әле, шундай һылыу ҡыҙ һеҙҙән һорай бит", — тинем. Һәм ул йылмайҙы, ауыҙы бер яҡҡа йәйелеп китте. БЫЛ ИНСУЛЬТ ИНЕ.
Уны эскәмйәгә һалдым. Тиҙ ярҙам машинаһына шылтыратам. Поездар геүләүе һөйләшергә ирек бирмәй, метрола бәйләнеш насар тота, етмәһә. Теге яҡтан: "Был Мәскәү метрополитены табиптары, икенсе номер буйынса шылтыратығыҙ", — тип, миңә оҙон телефон һандарын әйтә башланы. Мин ҡысҡырам: "Бында кеше үлеп бара, ҺЕҘ ҠОТҠАРЫРҒА БУРЫСЛЫ!"

Киләһе 20 минутты мин ғүмеремдә лә онотмаясаҡмын. Эргәмдә генә ятҡан ағай ап-аҡ булып, бер төрлө йәшел төҫ алды — ул үлеп бара ине. Беҙҙең яндан үткән кешеләр аптыраулы ҡараш ташлап, шәп-шәп атлап артабан китәләр. "Ярҙам итегеҙ", — тип бар метроны яңғыратып ҡысҡырам. Барыһының да бер яуап: "Ҡабаланам". Бер кеше ярҙам итһәсе. Ниһайәт, тиҙ ярҙам машинаһы килеп, ағайҙы алып китте.

Ике сәғәттән миңә ағайҙың үлеме тураһында шылтыратып хәбәр иттеләр. Бик оҙаҡ көттө шул ярҙамды. Мин уның исемен дә хатта белмәнем, әммә мин бер нимәне белдем, йөҙәрләгән кешеләр араһында ятып үлә алам. УЛАР БАРЫ ЭШКӘ ҺУҢЛАМАҪ. Тик үҙеңә генә иҫәп тота алаһың, һәм Аллаһы Тәғәләгә. Мин ялбарып һорайым, саҡ ҡына булһа ла тирә-йүндәге кешеләргә иғтибарлы булығыҙ! Һеҙгә ул псих, ауырыу һ.б. булып күренһә лә, барып хәлен белегеҙ! Бәлки, һеҙ кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырһығыҙ, йәки уға йәшәү өсөн көрәшергә мөмкинлек бирә алырһығыҙ.

Нейрохирургтар фекеренсә, инсульт кисергән кешене 3 сәғәт эсендә ҡотҡарырға мөмкин.
Инсультты нисек билдәләргә?

— кешенән йылмайыуын һора (ул яҡшылап быны эшләй алмаясаҡ):
— ябай ғына һөйләм төҙөргә ҡуш (мәҫәлән, бөгөн матур көн);
— ике ҡулын күтәрергә ҡуш (күтәрә алмай, йә төҙ итеп күтәрмәй);
— телен сығарырға ҡуш (теле ҡыйыш булыуы мөмкин).

Тиҙ ярҙам машинаһына шылтыратып, ошо билдәләрҙе хәбәр итергә кәрәк.


Яҙма интернет селтәренән алынды.
Читайте нас