Гематоген биологик әүҙем матдәләр иҫәбенә инә. Ул аминокислоталарға, углеводтарға, майға, витаминдарға бай, составында тимер сығанағы– альбумин аҡһымы күп. Әммә һаҡ ҡулланырға кәрәк. Был татлы препаратта шәкәр күп булғас, ул организмдағы глюкозаны ла күтәрә. Шәкәрҙән эскә һауа йыйыла, ашҡаҙан-эсәк тракты функцияһы боҙола һәм аллергия башлана.