+21 °С
Болотло
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2020, 16:30
Билдәле скульптор Владимир Дворник мәрхүм булған
Уға 49 йәш ине. БР Рәссамдар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, Владимир Александровичтың ҡапыл йөрәге туҡтаған.Владимир Дворниктың әҫәрҙәре республика, Рәсәй һәм сит илдәрҙә ҡуйылған. Ул Өфөләге БДПУ алдында шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға; СССР-ҙың халыҡ артисы А.К.Мөбәрәковҡа һәйкәлдәр; БР халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға бюст; татар шағиры Ғ.Туҡайға һәйкәл (А.А. Миронов менән берлектә); Өфөләге Еңеү паркында генералдар М.М.Шайморатов һәм Т.Т.Күсимовҡа бюстар; Санкт-Петербург дәүләт университеты янында һәм Стамбулда (Төркиәлә) Әхмәтзәки Вәлидигә бюстар; Сибайҙа, Миәкәлә, Балтаста һәм Тәтешлелә ҡоролған Бөйөк Ватан һуғышына арналған мемориалдар авторы булып тора. ⏬
"Йәшлек"тәр мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары ҡайғыһын уртаҡлаша, уларға сабырлыҡ теләй.
Фото: ИА "Башинформ"
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"