Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2020, 06:10

Ҡужан ҡарағастарына ярҙам!

Билдәле булыуынса, Әбйәлилдә аҫтыртын рәүештә оло хаслыҡ ҡылынған - бөтә донъяға билдәле өлтөк ҡарағастарҙы ҡырҡып киткәндәр.Ошо сәбәпле, бөгөн иртәнге сәғәт 10-да райондың йәмәғәт советы ағастарға ярҙам итеү ойоштора. ⏬

Улар ҡарағастарға терәү ҡуясаҡ. Көслө ир- егеттәр кәрәк. Шулай уҡ иретеп йәбештереүселәр, белгестәр барһын ине. Ағас олонона ярашлы торбалар, бағана-таҡта, бәйләргә тимерсыбыҡ, арҡан, инструменттар етешмәй.
Совет ваҡиға урынына алдан барыусыларға бер нимә лә эшләмәй торорға һорай. Бысылған ергә баҡса вары-маҙар, ыҫмала, ҡуйы буяу һөртмәгеҙ! Тубырсыҡ йыя тороғоҙ. Әле МДУ ғалимдары консилиумы яуап ҡайтарырға тейеш - улар ҡарағастарҙы терелтеүгә үҙ кәңәштәрен бирәсәк.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас