Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2020, 16:46

Пневмония менән сирләүселәр ҙә арта бара

Һуңғы тәүлектә генә 293 кешегә табиптар ошо диагнозды ҡуйған.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы пневмония менән сирләүселәр тураһында ла мәғлүмәт еткерҙе. Уға яраҡлы, һуңғы тәүлектә генә тағы 293 кешегә был диагноз ҡуйылған.
Әйтергә кәрәк, коронавирус менән сирләүселәр ҙә арта. Үткән тәүлектә туҡһан кешенең анализы ыңғай һөҙөмтә биргән.
Әлеге ваҡытта коронавирустан 224 кеше стационар шарттарында дауалана. Уларҙың ун икеһе ауыр хәлдә. Ике кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Өй шарттарында дауаланыусылар күпкә күберәк – 736 кеше.
Бөгөн шулай уҡ Өфө ҡалаһында йәшәүсе алтмыш туғыҙ йәшлек ҡатындың коронавирустан донъя ҡуйыуы тураһында билдәле булды. Шулай итеп, “тажлы зәхмәт”тең ҡорбандары һаны илле өскә барып етте.
Фото: pixabay.com
Читайте нас