Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октября 2020, 15:06

Кеше талаусы тотолған

Бөрө ҡалаһында йәшәгән 70 йәшлек ҡатын магазинда аҙыҡ-түлек алып, ҡайтырға сыҡҡан. Уның артынан 37 йәшлек иҫерек ир эйәргән. Ҡатын үҙҙәренең подъезына ингәс, ир уға кинәт һөжүм итеп, ҡулынан пакетын йолҡоп алған да тайған. Ҡатын йығылып, имгәнгән. Тауышҡа күршеләре сығып, полиция һәм "Тиҙ ярҙам" саҡырған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре кеше талаусы бәндәне тотҡан. Был 37 йәшлек ир бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән булған, колониянан сығыуына ла ни бары 15 кенә көн икән.
Ҡулға алынған иргә ҡарата енәйәт эше асылған.
Ҡатын дауаханала ята.
Шикле әҙәмдәрҙән һаҡ булығыҙ инде, дуҫтар...
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас