Мәғариф министрлығы асыҡлауынса, каникул барлыҡ мәктәптә лә оҙайтылмаясаҡ. 9 ноябргә тиклем сирек буйынса белем алған учреждениелар уҡыусылары ғына ял итәсәк. Ә триместр системаһын һайлаған мәктәптәрҙә каникул быға тиклем булған, хәҙер тамамланған. Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бындай система менән төбәктең 74 мәктәбендә 32 мең уҡыусы белем ала. Уларҙа белем биреү алты өлөшкә бүленгән, ә араларында - берешәр аҙна каникул. Бындай уҡыу учреждениеларында киләһе каникул - 16 - 22 ноябрь.