Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2020, 18:25

Күгәрсен журналистары һулыш алыу флешмобын башлаған

29 октябрҙә старт алған сәләмәт йәшәү акцияһын "Һулыш ал!" ("ДЫШИ!") тип исемләгәндәр. Уның аша "теге" сирҙе иҫкәртеү, дөрөҫ һәм сәләмәт йәшәүгә өндәү, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын нығытыу маҡсат ителгән.Һулыш алыу күнекмәләре менән физкультминутка флешмобтың төп өлөшөнә әүерелгән. Уларҙы хәбәрселәр Азамат Ғәҙелшин (ул шулай уҡ медицина инспекторы), Фәриҙә Сәйфетдинова һәм Гөлдәр Абдуллина күрһәткән. ⏬

Шуныһы мөһим - ябай хәрәкәттәр менән үпкәләрҙе кислород менән тулыуын нисек тикшерергә, һулыш алыу системаһына, һеңерҙәргә һәм башҡа ағзаларға ниндәй күнекмәләр файҙалы икәнен белеп була. «ДЫШИ!» флешмобы эстафетаһы артабан республиканың көньяғынан төньяҡҡа - Асҡын мәғлүмәт үҙәгенә тапшырырға хәл ителде.
Фото: А.Ғәҙелшин
Читайте нас