“Лиза Алерт – Башҡортостан” эҙәрмәндәр отряды хәбәр итеүенсә, бөгөн 38 йәшлек Валентина Абакумованы эҙләү башланды. Уның ҡайҙалығын 15 октябрҙән алып билдәләй алмайҙар.
Волонтерҙарҙың һүҙҙәре буйынса, Валентинаға табиптар ярҙамы кәрәк.
Ҡатындың тышҡы ҡиәфәте: буйы 170 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, күҙҙәре һоро-күк, сәсе һары.
Юғалған көндө ҡара күн пиджәк, һоро салбар, ҡара-күк кроссовкала булған.
Әгәр ҙә Валентинаның ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 8 800 700 54 52 һандарын йыйып хәбәр итеүҙе үтенәләр.