Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2020, 16:28

"Беҙ - аҫаба!" - ти Свердловск башҡорттары

Урал башҡорттарының онлайн конференцияһы үтте.

Свердловск өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында "Урал башҡорттары: тарих һәм этнография" түңәрәк өҫтәле үтте. Уның эшендә профилле мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре, Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһенең тарихсылары һәм этнографтары, Свердловск өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты. Сарала башҡарылған эштәр хаҡында докладтар тыңланды, пландар ҡоролдо. Милләттәштәребеҙ июндә асылған Свердловск башҡорттарының тарихи мәҙәни үҙәгенә Зәйнәб Биишеваның исемен бирергә ниәтләүен әйтте. Тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас