Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2020, 06:15

«Толпар» ҙа яҡташтарынан ҡалышманы

Кисәге уҙған хоккей буйынса үҫмерҙәр беренселегендә лә Өфөнөң «Толпар» командаһы Түбәнге Камала урындағы «Реактор» клубын 12:1 иҫәбенә ҡыйратып, үҙенсә рекорд ҡуйҙы.

Быға тиклем беҙҙең үҫмерҙәр дәғүәселәрен ҙур иҫәпкә отҡаны булһа ла, бындай уҡ уңышҡа өлгәшкәне булмай. Әлегә «Толпар» уйынсылары 25 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында өсөнсө булһа, «Реактор» иһә туғыҙ мәрәйе менән 13-сө.
Кисә шулай уҡ футбол буйынса Рәсәй беренселегенең үҫмерҙәр лигаһында «Өфө» клубы «Химки» уйынсылары менән икеһенә 13 гол индереп, тарихи ваҡиғаны яңыртҡайны.
Фото:ТАСС
Читайте нас