Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2020, 17:09

Төркиәлә ер тетрәгән

Мәкерле сир бөтә донъяны көсөргәнешлектә тотҡан мәлдә бындай һәләкәттең булыуы бигерәк аяныслы.

Бөгөн Төркиәнең Измир провинцияһында 6,6 магнитудалы ер тетрәүе булған. Һөҙөмтәлә егерменән ашыу йорт емерелгән, 4 кеше һәләк булған, 120-һе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаған оҙатылған. Әле һәләкәт урынында ҡотҡарыусылар эшләй, ҡорбандарҙың һаны артыуы ихтимал.
Сейсмологтар фекеренсә, тетрәү бик көслө булған, хатта уның эпицентрынан 100 саҡрым алыҫлыҡта ла ерҙең һелкенеүе күҙәтелгән.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас