Өфө ҡалаһында тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ун өс йәшлек ҡыҙҙы эҙләй. Уларҙың мәғлүмәтенә яраҡлы, Камилла Алпарова 28 октябрҙә Шота Руставели урамында урынлашҡан йортонан сыҡҡан һәм кире ҡайтмаған.
Ҡыҙ йөҙгә олораҡ күренә - 15-17 йәшлек һымаҡ. Буйы 173 сантиметр, уртаса кәүҙәле, йөҙө түңәрәк, күҙҙәре йәшле төҫтә, танауы тура, ирене йоҡа, сәсе ҡара.
Юғалған көндө уның өҫтөндә көрән-ҡыҙыл толстовка, күк кепка, ҡара кроссовкалар, күк салбар булған.
Уң аяғында бешеүҙән ҡалған эҙ бар, әҙерәк аҡһай, теше һары, һаҡау.
Баланың ҡайҙалығы тураһында мәғлүмәт белгән кешеләрҙе Өфөнөң бишенсе һанлы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итеүҙәрен үтенәләр.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы