Был хәл кисә төнгө 00:30 сәғәттә Татарстандың Кукмара ҡалаһында теркәлгән. 16 йәшлек үҫмер полиция автомобилдәренә “Молотов коктейле”н ырғытып ут төртөргә маташҡан. Ике хоҡуҡ һаҡсыһы уны күреп ҡалып, баҫтырырға тотонған.
"Полицейский"ҙар үҫмерҙе Нурминка йылғаһы ярында ҡыуып етә. Егет хоҡуҡ һаҡсыларына бысаҡ менән һөжүм итә башлай. Ул бихисап иҫкәртмәләргә ҡарамаҫтан, бер хеҙмәткәрҙең аяғын яралап өлгөрә, шунан һуң ҡорал ҡулланырға мәжбүр булалар.
Тәфтиш комитетында енәйәт эше асҡандар. Быға тиклем үҫмерҙең экстремистик ойошмаға йөрөүе асыҡланған, әле тикшереү бара.
Фото: Т. Аманов.