Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2020, 05:10

Дүртеһенә бер еңеү ҙә юҡ

Һуңғы ике аҙнала Европа футбол клубтары Чемпиондар һәм Европа лигаларының төркөмдәге ике турын уҙғарҙы.

Рәсәйҙән унда дүрт команда, «Зенит», «Локомотив» һәм «Краснодар» клубтары Чемпиондар лигаһында һәм ЦСКА футболсылары Европа лигаһында көс һынаша. Улар күмәгенә һигеҙ бәйгелә ҡатнашып, һөҙөмтәлә береһе лә еңеү яулай алмай. «Зенит» ике тапҡыр отолһа, «Локомотив» менән «Краснодар» дәғүәселәренә берәр тапҡыр еңелеп, ЦСКА уйынсылары ғына ике осрашыуын да тигеҙ иҫәпкә тамамлай. Әгәр беҙҙекеләр дөйөм Европа клубтары чемпионатында ҡатнашҡан булһа, Рәсәй беренселек лидерҙары турнир таблицаһында аҫтан һөйрәлеүселәр рәтендә килер ине… Бында ошонда күренә лә инде беҙҙең кимәл.
Фото:ТАСС
Читайте нас