Еңеүҙе юлаевсыларға фин легионерҙары килтерҙе. Ике шайбаны Гранлунд һәм берәрҙе Хартикайнен менән Маннинен индерҙе. Хәҙер өфөләр 24 уйындан һуң 29 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында бишенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Киләһе уйынын улар үҙендә Ҡытай командаһы менән уҙғарасаҡ. Белеүегеҙсә, «Салауат Юлаев» клубы быйылғы миҙгелдә улар менән ике осрашыу уҙғарып, икеһендә лә отола.