Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2020, 05:55

Владимир Путин ялыуҙарҙы тикшереү өсөн төбәктәргә комиссия ебәрә

Рәсәй Президенты ил субъекттарында һаулыҡ һаҡлау тармағындағы хәл-торошто аныҡ белгеһе килә. Уға COVID-сирлеләр менән эшләүсе медиктарҙан ялыуҙар ҙа килә икән.

Владимир Путин хәл-торошто тикшерергә ҡушты. Был юҫыҡта ул төбәкттәргә комиссия ебәрә.
- Мөрәжәғәттәр бар, комиссия ебәреүҙе һорайҙар, Татьяна Алексеевна, ебәрегеҙ, нимә барғанын асыҡлағыҙ, - тине Президент РФ Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голиковаға.
Голикова белдереүенсә, Ҡурған, Омск өлкәләрендә ауыр йоғошло сир менән эшләүсе табиптар медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатмарлылыҡтар кисерә.
- Ике төбәк кенә түгел, Курскиҙа ла шул хәл, башҡаларҙа ла. Сара күрергә кәрәк. Уйлағыҙ. Шул иҫәптән өҫтәмә аҡса бүлеү хаҡында ла, - тине Путин.
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас