Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2020, 13:53

Һеҙҙе юлда күреп торһондар!

Өфөлә “Ағиҙел” предприятиеһы ҡараңғыла йыраҡтан күренгән яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементлы кейемдәр етештерә башланы.

Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тәүлектең ҡараңғы мәлендә йәйәүлеләргә яҡтылыҡ ҡайтарғыс кейем кейергә кәңәш итә.
Яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементтар күбеһенсә юл ремонтсылары, полиция һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ трассала машина йөрөтөүселәр өсөн кейем етештергәндә ҡулланыла.
Бындай кейемдәр балалар өсөн дә һатыуҙа бар, әлеге ваҡытта етештереүселәр өлкәндәр өсөн шундай кейем тегеүҙе яйға һалған. Өфөлә “Ағиҙел” предприятиеһы ҡараңғыла йыраҡтан күренгән яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементлы кейем етештереүҙе башлап ебәрҙе. Беҙ әйткәнсә, “дождевик”, йоҡа плащты теккәндә “оксфорд” материалы ҡулланыла. Әлегә беренсе партия әҙер булған, өлкәндәр өсөн 300, балалар өсөн 200 дана плащ тегелгән.
Башҡортостандың Башҡортостан буйынса ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов белдереүенсә, йәйәүлеләр юлда йыраҡтан күренеп торорға тейеш. Сөнки юл-транспорт фажиғәләре күбеһенсә насар күреү арҡаһында килеп сыға. Кейем-һалымдың төҫө һәм ҡайтарғыс элементтары бик ҙур роль уйнай.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас