Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2020, 11:15

Дошмандарҙы ҡыуандырып…

Рәсәйҙең билдәле биатлонсыһы Евгений Устюговтың допинг ҡулланыуында ғәйепләнеп, Олимпия уйындарының ике алтын һәм бер бронза миҙалынан мәхрүм ителеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Шуны ҡайһы бер ил вәкилдәре, үҙенсә ҙур еңеүгә ҡабул итеп, эй ҡыуаналар, эй шашалар… Норвегия спортсылары, хатта, Рәсәйҙе «мәсхәрә!» тип тә яҙып өлгөрҙө. Йәл, әлбиттә спортсыларҙы… Ғәйеплеләр ҙә, ғәйеһеҙҙәрҙе лә бер үк епкә һалып теҙҙеләр. Устюгов арҡаһында беҙҙең билдәле яҡташыбыҙ Максим Чудов та «алтын»һыҙ ҡаласаҡ. Унан тыш Иван Черезов, Антон Шипулин, Дмитрий Малышко һәм Алексей Волков та Олимпия уйындары чемпионы исеменән ҡолаҡ ҡағасаҡ...
Фото:ТАСС
Читайте нас