Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2020, 10:13

Ҙур "тушка", һау бул!

Бөгөн, 28 октябрь таңында Ту-154М урта магистралле пассажир самолеты һуңғы тапҡыр кешеләрҙе тәғәйен урынға алып килде. "Алроса" авиакомпанияһының RA-85757 борты Мирный - Новосибирск рейсын яһаны. Шуның менән ҙур "тушка"лар Рәсәйҙә башҡаса пассажирҙар ташымаясаҡ. Данлыҡлы пилот-инструктор Василий Ершовтың әҫәрҙәрендә, күп йырҙарҙа, кинофильмдарҙа тасуирланған Ту-154 самолеты ысын мәғәнәлә легенда булып тора. Ул идара итеүҙә иң ҡатмарлы самолет тип һанала. Советтар Союзы мәлендә, аҙаҡ Рәсәйҙә кешеләрҙе күпселек һауа юлдарынан тап ошо ҡанатлы машинала башҡарғандар. БАЛ - "Башҡортостан һауа юлдары"ның флоты ла "бэшка"ларҙан һәм "эмка"ларҙан (Ту-154Б3 менән Ту-154М) йыйылған ине.Бөгөндән ҙур "тушка"ларға пассажирҙар ташыу тыйылһа ла, улар Хәрби-Һауа көстәрендә, "Рәсәй" махсус осоу отрядында ҡулланыласаҡ әле. Белоруссияла, Төньяҡ Кореяла Ту-154-тәр коммерция рейстары яһауын дауам итә.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас