Суд ҡарарына ярашлы, енәйәтсе 7 йыл ғүмерен дөйөм режимлы колонияла уҙғарасаҡ. Ул 16 июндә Иглин ауылының Ворошилов урамында иҫерек килеш бер юлы 6 (!) уҡыусыны бәрҙергән. Аттестат алырға китеп барған 15 йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында уҡ йән бирә, өс бала ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Һәләк булған Диана Йәнекәеваның әсәһе ауыр булһа ла, бер суд ултырышын да ҡалдырмаған, килгән һайын күҙ йәштәре аша енәйәтсегә тейешенсә яза биреүҙәрен ялбарған. «Ҡыҙымдың үлеменә һаман ышанып етмәйем. Аяҡ-ҡулын өҙә һуғыр инем, уға был судья алдында ғына яуап бирергә тура килмәйәсәк», - тип илай ҡатын. Әсә суд ҡарары менән риза түгел, ошо арала аппеляцияға бирергә йыйына.
38 йәшлек енәйәтсе үҫмерҙәрҙең ата-әсәһенән ғәфү итенеп тә тормаған. Хәйер, ул фажиғәнән һуң да бер ярҙам күрһәтмәй, ҡасырға ынтыла. Әммә иҫерек әҙәмде шул көндө үк хоҡуҡ һаҡсылары тотоп ала. Судта ир ғәйебен таныған. Ул ете йыл төрмәлә ултырыуҙан тыш, зыян күреүселәргә 1,5 миллион һум компенсация түләйәсәк һәм иреккә сыҡҡас, 3 йыл водитель таныҡлығы ала алмаясаҡ.
Иглин районы прокуратураһы суд аша урындағы хакимиәтте Ворошилов урамында тротуар төҙөргә мәжбүр иткән. Юл бик хәүефле, көн һайын унан йөҙәрләгән бала мәктәпкә йөрөй. Тик бөгөнгәсә унда төҙөлөш эштәре башланмаған.
«Иҫерек водитель — енәйәтсе, ул бер аяғы менән төрмәлә, икенсеһе менән тамуҡ ишеге төбөндә» — һәр кемебеҙ ошо хәҡиҡәтте иҫендә тотһа ине. Ҡайһы берәүҙәр мәжлестән һуң ҡыҙмаса килеш руль артына ултырыуҙан тартынмай, бындайҙар аҙым һайын осрай. Яуаплыраҡ булһағыҙ ине, водителдәр!