Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октября 2020, 15:05

"Ғаилә" ғаиләләргә ярҙам килә

Сирләп киткән ата-әсәләр өс йәштән өлкән сабыйҙарҙы "Ғаилә" үҙәгендә ҡалдыра ала.

Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙәктә балаларҙы педагогтар һәм башҡа белгестәр ҡарай, уларҙы көнөнә алты тапҡыр ашатыу ойошторола. Шулай уҡ сабыйҙар кейем-һалым менән тәьмин ителә, уҡыуын дауам итә. Улар ата-әсәләре менән даими бәйләнештә буласаҡ һәм өлкәндәр һауығыу менән өйҙәренә ҡайтарыла.

Бының өсөн ата-әсәләр шәхсән йә иһә дауалаусы табип аша ғаилә хеҙмәте, социаль приюттар, опека һәм попечителлек органдарына ғариза менән мөрәхәжәғәт итә ала.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас