Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Федоровка районының Яңы Софиевка ауылында тораҡ йорт янып китеп, 1979 йылғы ҡатын һәм уның 3-5 йәшлек ике балаһы һәләк булды.
Күршеләре һәм фажиғә шаһиттары һөйләүенсә, ут ике фатирлы кирбес йортто бик тиҙ ялмап алған. Янғын һүндереүселәр килгәндә торлаҡ тулыһынса янып бөтөп, уның таш стеналары ғына тороп ҡалған. Ҡотҡарыусылар быҫҡып ятҡан урындарҙы һүндерергә тотонғас, ҡот осҡос күренешкә тап була – емеректәр араһынан 41 йәшлек ҡатындың һәм 5 йәшлек баланың кәүҙәһе килеп сыға. Ә 3 йәшлек сабыйҙың кәүҙәһен янғын һүндереүселәр оҙаҡ эҙләй. Бәлки, сығып ҡасып ҡотолғандыр тигән өмөт һүнмәй. Бахыр сабый төнгө сәғәт берҙә генә табыла. Күрәһең, ул уттан ҡурҡып мөйөшкә ҡасҡан һәм тонсоҡҡан.
– Урамдан үтеп барыусылар утты күреп ҡалып, янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Йорттоң нисек янып китеүе билдәһеҙ. Газ ҡаҙанын яңыраҡ ҡына алмаштырҙылар, электр проводтарынан да тоҡаныуы мөмкин түгел. Иң аптыратҡаны, ут йортто бик тиҙ ялмап алған. Ҡатын был ваҡытта йоҡламаған. Тәфтишселәр фажиғәнән бер нисә минут алда уның ире менән һөйләшеүен асыҡланы. Ни өсөн ут сығыу менән урамға сыҡмағандарҙыр? Әлегә билдәһеҙ, – тип һөйләнеләр урындағы хакимиәттә.
Күршеләре һөйләүенсә, ғаиләне тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлап булмай. Бынан алда Галина С. тәүге никахтан тыуған өс балаһына әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Әле өлкәндәре атаһы менән икенсе ҡалала йәшәй. Галина икенсегә кейәүгә сығып, тағы ике бала тапҡан. Өс йыл элек ғаилә Салауат ҡалаһынан Яңы Софиевка ауылына күсеп килгән.
– Иптәше Салауатта автосервиста эшләй йөрөй, ә Галина балалар менән өйҙә ултыра. Йәшерен-батырыны юҡ, йыш ҡына “йәшел йылан” менән мауыға ине. Бәләкәстәргә тәрбиә юҡ, ярым яланғас урамда уйнап йөрөрҙәр ине. Ыҙа сигеп йәшәне шул бахыр балаҡайҙар, бик аҡыллы, сос малайҙар ине, - тип күҙ йәштәре аша һөйләй күршеләре.
Әле лё тәфтишселәрҙең тикшереүе тамамланмаған, улар янғындың нимәнән сыҡҡанын асыҡлай, шаһиттарҙан һорау ала. «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Беребеҙгә лә ундай фажиғәне күрергә яҙмаһын. Янғында һәләк булғандарҙың ауыр тупрағы еңел булһын...