Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2020, 19:30

Уҙған тәүлектә республикала биш кеше урманда аҙашҡан

Республиканың ашығыс хеҙмәтенә 3 шылтыратыу ҡабул ителгән.

Ишембай районы Кәшәләкбаш ауылы янында Салауат ҡалаһынан бәшмәк йыйырға килгән ике ир юғалған. Бәхеткә, улар урман эсенән үҙ аллы сыҡҡан.

Ашығыс хеҙмәткә шулай уҡ Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған ауылында урманға сыҡҡан 1996 йылғы ҡыҙҙың юғалыуы тураһында ла хәбәр килгән. Ҡыҙ полиция хеҙмәткәрҙәре автомобиленең уты һәм сигнализацияһына урман эсенән килеп сыҡҡан. Белорет районы Үҙәнбаш ауылы эргәһендә ике ир навигаторға ышанып барып аҙашҡан. Уларға ярҙамға республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре килгән.
Фото: rusunion.com
Читайте нас