Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октября 2020, 15:41

Терегөмөшлө градусниктар ниңә башҡа һатылмай?

Был һорауға яуапты республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Маским Забелин бирҙе.

Бөгөн коронавирус буйынса үткәрелгән сираттағы брифинг барышында Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика халҡын борсоған һорауҙарҙың береһенә яуап бирҙе. Министр ни өсөн һуңғы ваҡытта дарыуханаларҙа терегөмөшлө градусниктарҙы табып булмауын аңлатты.
- 2013 йылда Миниаматта үткән терегөмөш буйынса конференцияла туҡһандан ашыу ил 2020 йылға терегөмөшлө градусниктарҙан баш тартыу тураһында ҡабул итте. Рәсәй – был ҡарар менән килешкән илдәр иҫәбендә. Ошо конвенцияға яраҡлы, бөтә донъяла үлсәү приборҙарында терегөмөш ҡулланыуҙан туҡтауға килергә тейештәр. Шунлыҡтан, әлеге ваҡытта дарыуханаларҙа терегөмөшлө градусниктар көндән-көн аҙая бара, - тип хәбәр итте ул.
Министр электрон градусниктар менә ҡулланырға һәм был ваҡиға тирәһендәге хәлде ҡуйыртмаҫҡа кәңәш итте.
Фото: pixabay.com
Читайте нас