Үткән тәүлектә лә зарарланыусылар һаны буйынса рекорд (83 кеше) ҡуйылғайны. 27 октябргә ҡарата ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 10415 кешегә еткән.
Был ауырыуҙан имен-һау ҡотолоп, йүнәлеүселәр һаны 9426 кешегә етте, шуларҙың 52-һе – һуңғы тәүлек күрһәткестәре.
Әлеге ваҡытта 939 кеше дауаланыу курсы үтә: 197-һе – дауаханаларҙа, 742 кеше амбулатор рәүештә дауалана. Һуңғы тәүлектә үлем осрағы теркәлмәгән, шул 50 һанында туҡтап тора.