Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Октябрь 2020, 12:59

28 октябрь - Өләсәй һәм олатайҙар көнө!

Бала саҡты нимә иң тәмле, ғәмһеҙ, яҡты итә? Өләсәйле, олатайлы булыуың, әлбиттә!

Уларҙың йылы устары, йомшаҡ ҡараштары, аҡыллы кәңәштәре йөрәктә урын ала.
Өләсәй менән олатайҙарҙың һине һис бер шартһыҙ яратыуҙары күктәрҙе бейегерәк, ҡояшты яҡтыраҡ, иртәгәһе көндө ышаныслыраҡ итә, йәнде имләй, йөрәккә май булып яғыла.
Йүгереп барып ҡосаҡтарына һырылһаң, арҡаңдан тупылдатып яратһалар, йәшкәҙәгән күҙҙәре менән һинең осҡонло күҙҙәреңә баҡһалар - бар донъя һиңә йөҙө менән боролғандай!
Олатай менән өләсәй - талапсан атай менән әсәй түгел. Улар, һис бер һүҙһеҙ, күпкә яғымлыраҡ, йомшағыраҡ, сабырыраҡ. Улар янында һин яҡлаулы. Эш боҙһаң да, улар һине аҡларлыҡ сәбәп таба. Орошҡан хәлдә лә самаларҙы белә. Ейән-ейәнсәрҙәрен һәр саҡ йөрәгенә ҡыҫа.
Ошо һөйөү беҙҙе һуңынан ғүмер буйы оҙата йөрөй...
Ҡәҙерле кешеләребеҙгә арналған гүзәл датаны беҙ билдәләмәйенсә булдыра алмайбыҙ, дуҫтар! Һәм ихлас күңелдән яңы бәйге иғлан итәбеҙ.
Һеҙҙән "Олатай-өләсәйем!" тип аталған конкурсҡа фотолар көтәбеҙ. Еңеүсе фотоһүрәт гәзиттә донъя күрәсәк.
Бәйге шарттары ябай:

- ВК-лағы яҙма аҫтында олатай һәм өләсәйегеҙҙең (ҡартатай, ҡарттай, өләсәй, ҡартәсәй, нәнәй, оләсәй, ҡартинәй, ҡарсәй һ.б.), бергә, йә айырым төшкән фотоһын ҡуйып, улар хаҡында бер аҙ мәғлүмәт яҙырға;

- ошо нығытылған яҙманы дуҫтарға һөйләргә - репост эшләргә;

- "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөнә ҡушылырға. Һылтанмаһы: https://vk.com/yeshlek_gazite
Еңеүсе фотоһүрәтте редакция һайлаясаҡ!
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас