Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октябрь 2020, 13:51

Софья балалар баҡсаһына йөрөй башлаған, ниһайәт...

#Йәшлек

Былтыр Стәрлетамаҡ районында 2 йәшлек Софья Ғиззәтуллинаны ғәҙәти булмаған тышҡы ҡиәфәте өсөн балалар баҡсаһына алыуҙан баш тартҡайнылар. Уның яҙмышы бөтә республикаға билдәле булды, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был хәлгә иғтибар бирҙе. Радий Фәрит улы Софьяға дауа алырға ярҙам итте, уға баш ҡалала операция эшләнеләр. Осто-осҡа ялғап йәшәгән Ғиззәтуллиндар ғаиләһе ике бүлмәле фатир алып сыҡты.
Әле Софья мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөй башлаған. «Изгелек йәйғоро» йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре ошо ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты.
Шундай хәбәрҙәр менән тағы ла күберәк ҡыуандырһын, имен-һау булһын, Софья!
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас