24 октябрҙә төндә 34 йәшлек ҡатын ҡала йорттарының береһенең 8-се ҡатынан һикергән. Был хаҡта “Плохие новости” төркөмөндә хәбәр ителә.
Ҡатын 7 йәшлек ҡыҙын яңғыҙы үҫтергән, яҡшы урында эшләгән, алама ғәҙәттәре булмаған, сәләмәт тормош алып барған. Әммә айырылған ире тыныс йәшәргә ирек бирмәгән, һәр ваҡыт йортонда иреш-талаш ойошторған. Шундай ыҙғыштарҙың береһенән һуң, әсә тәҙрәнән һикергән.
Тәфтишселәр ҡатындың үлеменә элекке ире менән насар мөнәсәббәттәр сәбәпсе булып торғандыр, тип хәбәр итә. Мәрхүмәнең туғандары ла яуыз ирҙе ғәйепләй. Улар фараз итеүенсә, ҡатынды тәҙрәнән элекке ире ҡолатып төшөргән.
Әсәне, етем ҡалған сабыйҙы бик йәл... Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.