"Дуҫтар, минең хәлдәр йырларлыҡ түгел. Әлегә минең ҡусты Айҙар Фәтхетдиновты тыңлай тороғоҙ", – тип яҙған йырсы Instagram битләүендә.
Бөгөн "Бизнес Онлайн" порталы хәбәрселәре Салауат Фәтхетдинов менән бәйләнешкә сыҡҡан. Артист уларҙың һорауҙарына яуап итеп: "Бер ни ҙә теләмәйем, мин ауырыйым, өйҙә ятам", – тигән. Бынан алда, ҡайһы бер телеграмм-каналдар ирле-ҡатынлы Фәтхетдиновтарҙы , коронавирус менән ауырып, республика клиник дауаханаһында ята, тип яҙып сыҡҡан ине. Һуңыраҡ ҡайһылары, Салауаттың ҡатыны үлгән, тигән ялған хәбәрҙәр таратыуҙан да тартынып торманы.