Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Октября 2020, 08:55

Дәғүәселәр тик ятмай…

Бер аҙ ваҡыттан һуң, бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы КХЛ беренселегенең сираттағы осрашыуында Көнбайыш конференцияһы лидерҙарының береһе «Локомотив» хоккейсыларын ҡабул итәсәк.

Ярославль клубы, әгәр яңылышмаһам, һуңғы һигеҙ осрашыу рәттән дәғүәселәренә еңелгәне юҡ. Әле бына беҙгә тиклем, «Нефтехимик»ты 5:1 иҫәбенә алдырып килде. Ғөмүмән, юлаевсыларға «ҡаты» ғына команда килә. Өфөләргә лә бирешергә кәрәкмәй, сөнки ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта дәғүәселәре уларҙы ҡыҫырыҡлап, алтынсы урынға төшөрҙө. Икенсе яҡтан, коронавирус сире арҡаһында, төрлөһө төрлөсә уйын уҙғарған. Әйтәйек өфөләр «Аҡ барс» менән 21-шәр осрашыу үткәрһә, «Барыҫ» иһә, 14 кенә. Юлаевсыларҙан бер баҫҡысҡа түбән килеүсе «Торпедо» ла 18 бәйгелә ҡатнашҡан. Шуға күрә, улар ҙа һигеҙ көслө командалар иҫәбенә инеү мөмкинлеген юғалтмаған.
Көнбайышта ла пыран-зыран киләләр. Быйыл «Северсталь» менән «Динамо» (Минск) клубтары аптырата. Улар хатта йылдағыса булмаған, лидерҙар рәтенә һыйынған.
Фото:ТАСС
Читайте нас