Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октябрь 2020, 19:06

Башҡортостан коронавирус тиҙ таралған региондар исемлегендә

Был хаҡта тулыраҡ:

Иҡтисад тикшеренеүҙәре үҙәгенең статистика һәм моделләштереү буйынса эксперты Агас Тавадян хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә әлеге ваҡытта “йәшел зонала” ҡалыусы региондар юҡ.
Фән эшмәкәре аңлатыуынса, илдең барлыҡ субъекттарын дүрт төркөмгә бүлгәндәр: “йәшел зона” – сирҙең таралыу күрһәткесе 0.9-1, асыҡ-һары - 1-1,1, “асыҡ-ҡыҙыл” - 1,1-1,2 , “ҡара-ҡыҙыл” - 1,2-1,4.
- Рәсәй буйынса хәлде дөйөм алғанда, коронавирус таралыуы сентябрь айынан көсәйҙе. Хатта картала яңы төҫ – “ҡара-ҡыҙыл”ды индерергә тура килде. Был төҫ менән билдәләнгә региондарҙа сир ҡалғандар менән сағыштырғанда иң шәбе тарала, - тип аңлата Агаси Тавадян.
Уның һүҙҙәре буйынса, Башҡортостан һәм Татарстан “асыҡ-ҡыҙыл” төҫ менән билдәләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн коронавирустан илленсе кешенең донъя ҡуйыуы тураһында билдәле булды. Ул – Өфө ҡалаһынан илле йәшлек ҡатын.
Фото: pixabay.com
Читайте нас