Уның элекке ире: "Бөгөн Евгения бәйләнешкә сыҡты, барыһы ла яҡшы, ул имен-һау", – тип ГорОбзорға хәбәр иткән.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 22 октябрҙә ҡатынды эҙләй башлағайнылар. Ул өйҙән сыға һәм әйләнеп ҡайтмай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул кибеткә киткән еренән ғәйеп булған. Телефоны һүнгән, 3 көн дауамында бәйләнешкә сыҡмаған. Уның ике йәшлек балаһы булыуы билдәле.