Бәләбәй ҡалаһының Революционерҙар урамында 31 йәшлек ир "Volkswagen" машинаһында юл аша сығып барған ҡатынды төрттөрә.
Ҡатын "Тиҙ ярҙам" машинаһында йән бирә.
Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылында "семерка" 70 йәшлек ҡатынды тапай.
Машина менән 48 йәшлек ир идара иткән. Ул иҫерек булған.