

Миллионлаған рәсәйлеләр, улар ғына түгел, бөтә донъя көткән алыш өс минут эсендә тамамланды ла ҡуйҙы. Икенсе раунд башында илебеҙ көрәшсеһе Хәбиб Нурмөхәмәтов һәр ваҡыттағыса ярышташының муйынына йәбешеп, ҡулын шаҡарып еңеүгә өлгәште. Шулай итеп, Рәсәй спортсыһы UFC-ның еңел ауырлыҡ категорияһында өсөнсө тапҡыр чемпион титулын яҡланы.
Хәбиб Нурмөхәмәтов алыш бөткәс, карьераһын тамамлауын иғлан итте: "Атайымдың китеүе беҙгә ныҡ ауыр тәьҫир итте. Алышҡа тиклем әсәйем менән оҙаҡ ҡына һөйләштек, атай булмағас, ул бөгөн миңә һуғышырға рөхсәт итмәгәйне. Әммә мин уны, был һуңғыһы буласаҡ, тип ышандырҙым. Һәм карьерамды тамамлауымды иғлан итәм. Яратҡан көйәрмәндәремә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Атай-әсәйегеҙҙе һаҡлағыҙ, күберәк улар янында булығыҙ!"
Фото: UFC рәсми сайтынан.